top of page

Боҙ майҙансығына - 10 йыл

February 26, 2018

24 февраль көнө Иҫке Монасип урта мәктәбендә тәүге хоккей майҙансығы асылыуға 10 йыл тулыу айҡанлы хоккей турниры үткәрелде. Ошо башланғысҡа нигеҙ һалыусы Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улына, хоккей майҙансығын  тергеҙеүҙә күп көс һалыусы мәктәп хеҙмәткәрҙәренә, физик культура уҡытыусылары Сәғиҙә һәм Мансур Газиндарға рәхмәт әйтелде һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ тәүге команда егеттәренә маҡтау ҡағыҙҙары менән берлектә иҫтәлекле бүләктәр бирелде.

   Был турнирҙа 5 команда: Сермән, Байназар, Иҫке Собханғол (йәштәр), Иҫке Собханғол (ветерандар) һәм Иҫке Монасип командалары боҙ майҙансығында көс һынаштылар. Иртәнсәк сатлама  һыуыҡ булһа ла,  хоккейға битараф булмаған ауыл халҡы, көйәрмәндәр уйын барышын аҙағына тиклем ҡарап, көслө алҡыштар менән дәртләндереп, байрамға йәм  өҫтәнеләр. Һөҙөмтәлә Иҫке Собханғол командаһы « Бөрйән айыуҙары» еңеү яуланы. 2-се урында Иҫке Монасиптың «Монасип Канадиенс»  командаһы, 3-сө урынға Байназар хоккей командаһы лайыҡ булдылар. Ярыш бик сәмле булды. Киләсәктә спортсыларға  яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.

Төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары менән осрашыу

February 19, 2018

17 февраль  көнө  Иҫке Монасип урта мәктәбендә 1978, 1988, 1998, 2008 йылғы мәктәпте тамамлауҙарына 50,40,30,20,10 йыл  тулыу айҡанлы осрашыу үткәрелде. Билдәләнгән ваҡытҡа саҡырылған ҡунаҡтар килеп тә еттеләр. Был матур сарала уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән бик матур концерт номерҙары -  йырҙар, һәм дәртле бейеүҙәр тәҡдим ителде. Һәр сығарылыш  класы  үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты,  мәктәпкә һәм уҡытыусыларына ҡотлау һүҙҙәрен  еткерҙеләр. Тәүге тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан,  осрашыу юғары кимәлдә үтте. Ҡунаҡтар рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп,  йылы тәьҫораттар менән тыуған мәктәбе менән хушлаштылар.

“Күңелле старттар”

January 24, 2018

22 ғинуар көнө Иҫке Монасип урта мәктәбендә 1-8 кластар өсөн “Күңелле старттар” үткәрелде. Тышта көндөң һыуыҡлығына ҡарамаҫтан, боҙ майҙансығы төштән һуң балаларҙың шат тауыштарына күмелде. Ярыш Бикмәтова Нурия Мырҙабай ҡыҙы етәкселегендәге 2-5 класс ҡыҙҙарының сығышы менән башланып китте. Артабан 3 командаға бүленеп эстафета ярыштары үтте. Һөҙөмтәлә “Етеҙҙәр” командаһы алдынғылыҡты бирмәне. Күңелле уйындарҙан һуң, малайҙар командаларға бүленеп хоккей уйнанылар.

Please reload

bottom of page