top of page
Күңел дәфтәренән (шиғырҙар)

       Уҡытыусы ҡиммәттәре

         (Аҡмуллаға эйәреп) 

 

Беренсе ҡиммәт нәмә – ул уҡыусы,

Һинең күҙгә өмөт менән ул бағыусы,

Шул өмөттө аҡламаһаң, яҡламаһаң,

Ни фәтүә булыу менән уҡытыусы?

 

Икенсе ҡиммәт нәмә – ул ҡот, тигән,

Күңеле таҙа булғандар гел ҡот йыйған,

Хеҙмәт һөйөп, балаларҙы яратҡандар

Донъяһына һис көттөрмәй йәм-ҡот ҡунған.

 

Өсөнсө ҡиммәт нәмә – ышаныстыр,

Уны яулау мөғәллимгә ҡыуаныстыр.

Һөнәренә тоғро булып, намыҫ менән

Эшләгәндәр өсөн хеҙмәт йыуаныстыр.

 

Дүртенсе ҡиммәт нәмә – ул тырышлыҡ,

Тырышһаң, эшең алға барыр,  ҡарышыу юҡ.

Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тип,

Юҡҡа ғына әйтмәгән бит беҙҙең халыҡ.

 

Бишенсе ҡиммәт нәмә – ынтылыуҙыр,

Яҡшылыҡҡа, камиллыҡҡа  ылығыуҙыр.

Туҡтап ҡалма юлдарыңда – эҙлән, ынтыл,

Камиллыҡтың был донъяла сиге юҡтыр.

Алтынсы ҡиммәт нәмә – уҡыу, тигән,

Уҡыу – белем шишмәһе, тип хаҡ әйтелгән.

Юғары белемем бар, тип маһайып

Йөрөү менән белем артмай, дуҫым, белһәң.

Етенсе ҡиммәт нәмә – сабырлыҡтыр,

Мөғәллимгә сабыр булыу ҙур байлыҡтыр.

Белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу,

Быны аңлау һәр балаға бик тә зарур.

Һигеҙенсе ҡиммәт нәмә, дуҫым, - ырыҫ,

Йөҙөң булһын һәр саҡ асыҡ, булма ҡырыҫ.

Хеҙмәтеңдән йәм табырһың, тәм табырһың,

Маҡсатыңа ирешерһең, үтәп бурыс.

 

Туғыҙынсы ҡиммәт нәмә – ул мәктәбем.

Мәктәбемдә үткән һәр бер көнөм, һәр сәғәтем.

Мәктәбебеҙ гөрләп торһон, алға барһын.

Йәш быуынды үҫтереүсе ул дәүләтем.

               Ҡая йырлай

Киң күкрәктән сыҡҡан йыр тауышы

Һаман тарта мине үҙенә.

Йыр яҡында. Ләкин нимә күрәм?

Ышанмайым үҙем күҙемә.

 

Ҡая йырлай. Уның көр тауышы

Шишмә булып аға күкрәктән.

Ҡалдырамы әллә васыятын?

Дан йырлаймы ысын йөрәктән?

 

Мәңгелеккә арнап, васыятын

Ҡалдыралыр, бәлки, хәҙерҙән.

Һүнмәҫ йырын арнайҙыр ул, бәлки,

Батырҙарға, ятҡан ҡәберҙә.

Мин белмәйем...

               ЯҘ

«Тис-тас, ҡас-ҡас!» -

Тама тамсы.

Ҡояштың үткер нурҙары

Гүйә ҡамсы.

 

Бөтә ерҙән ҡышты ҡыуа

Нур – ҡамсылар.

Ҡыш ҡайғыра – күҙҙәрендә –

Йәш-тамсылар.

 

«Яҙ, яҙ!» - ти(е)п һайрай

Бөтә ҡоштар.

Яҙһылыуҡай шатлыҡ сәсеп

Йөрөй тышта.

         Яҙ ҡаршылап

Тәбиғәтте йәшел төҫкә мансып

Яҙҙар килә тыуған яғыма.

Ҡар юрғанын һалып, урман, ялан

Әкрен генә рәхәт кирелә.

 

Бөтә йән эйәһе яҙ ҡаршылай:

Сыйырсыҡтар һайрай ҡағынып,

Ҡарлуғастар уйнай зәңгәр күктә –

Улар ҡайтҡан яҙҙы һағынып.

 

Яҙҙы маҡтап аға йырғанаҡтар,

«Яҙ, яҙ!» - ти(е)п тама тамсылар.

Ҡояш апай бөтә тирә-йүндән

Ҡышты ҡыуа, нурын ҡамсылап.

                 Әсә

             Баллада                                Хөсәйен Әхмәтов көйө

 

Билдәһеҙ бер һалдат ҡәберендә

Бормаланып үҫә аҡ ҡайын.

Ул, сал сәсен елгә елберҙәтеп,

Ҡәбергә эйгән ялбыр башҡайын.

 

Ул – ҡарт әсә, яуҙа үлгән улы

Көтөүенән өмөт өҙөлгәс,

Үҙе килгән уның ҡәберенә

Һәм ҡайтмаған ҡабат өйөнә.

 

Бәлки шул саҡ һуңғы йөрәк ҡылы

Өҙөлгәндер ҡайғы-һағыштан.

Инде улар бергә, мәңге бергә:

Әсә, улы һәм ҡарт ҡайын да.

           ЕЛ

 

Тынғы белмәй елә

Яҙғы ел.

Етеҙ, шаян, үҙе

Нескә бил.

 

Һикереп бейей, йырлай

Йә һыҙғыра.

Сәстәремде тарай

Йә туҙҙыра.

 

Үлән дәр ҙә баш эйәләр,

Ағас япрағы һелкенә.

Улар елде сәләмләйҙәр,

Тирбәлешеп әкрен генә.

 

Әйҙә, ел дә ел,

Шаян ел,

Уяу булһын беҙҙең

Туған ил!

bottom of page