top of page
Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе 80 йәшлек
Әмирханова Шәмсинур инәйҙән Истәкова Рәғиҙә тарафынан яҙып алынған халыҡ ижады өлгөләре 
(2014 йыл)
        Ҡулдар биреп үтәйем
Елбер-елбер итмәһә, ритарайрам,
Елдәр алып китмәһә, ритарайрам.
Эшкә батыр, төҫкә матур,
Миҙалы бар, етмәһә.
    Иҙерлитәритәйем дә, Ҡулдар биреп үтәйем.
Тимер юлдан поезд бара, ритарайрам,
Төтөнө ерҙә ҡала, ритарайрам.
Беҙҙең колхоздың ҡыҙҙары
Ай һайын бүләк ала.
    Иҙерлитәритәйем дә, Ҡулдар биреп үтәйем.
Беҙҙең колхоз ҡыҙҙары, ритарайрам,
Һәр эштә алда бара, ритарайрам.
Колхоздарҙа тырышып эшләп
Ленин ордены ала.
    Иҙерлитәритәйем дә, Ҡулдар биреп үтәйем.
       Һәнәкәү көйөнә
Ал сәскә ата гөлөм,
Гөл сәскә ата гөлөм.
Ал сәскәләргә күмелеп
Йәшәһен тыуған илем.
        Йәйҙең йәмле көндәрендә
        Йәмле һабантуйҙары,
        Илем, мәңге тыныс булһын
        Беҙҙең халыҡ йырҙары.
Өс тапҡырға, биш тапҡырға
Арттырҙыҡ эшебеҙҙе.
Ватан өсөн көрәштәргә
Бирҙек беҙ көсөбөҙҙө.
        Уттар яна усаҡта,
        Замана ауыр был саҡта.
        Замананың иң ауыры
        Килде беҙҙең ҡыҙ саҡта.
Алға таба, алға таба,
Алға таба барабыҙ.
Алға барырға ҡушҡан бит
Беҙгә Ленин бабабыҙ.
      Һыу буйында бөҙрә тал
                (Бәйет)

Һыуға табан башын эйгән
Яр буйында бөҙрә тал.
Тал төбөндә ятып ҡалды
Бөҙрә сәсле комиссар.

    Йүгереп килде һөйгән ҡыҙы
    Комиссар эргәһенә.
Ҡанлы яраһын бәйләне
Күлмәк еңдәре менән.

Кит-кит, бәғрем, кит янымдан,
Хәҙер аҡтар килерҙәр.
Икебеҙҙе мәсхәрәләп,
Талға аҫып китерҙәр.

        Китмәне ул, тағы йыртты
        Аҡлы ситса күлмәген,
        Тағы һөрттө комиссарҙың
        Ҡанға батҡан күҙҙәрен.

Шунан аҡтар килделәр ҙә
Комиссарға типтеләр.
Икеһен дә, мәсхәрәләп,
Талға аҫып киттеләр.

        Ағиҙелкәй, Ағиҙелкәй,
        Ағиҙелкәй аҡмаған.
        Икеһенең ҡәбер өҫтөн
        Йәшел үлән ҡаплаған.
 Әмирханова Шәмсинур  "Ахрита"
 Әмирханова Шәмсинур "Сыбай Ҡашҡа"
bottom of page