top of page

                                                          Эссе                                               

Уҡытыусы – рухи маяҡ

                                                                                                                                 

         Ҡыңғырауҙың көмөш тауышы... Дәрес башланыуын, йә тамамланыуын белдереп яңғыраған был көмөш сың бөтәбеҙҙең дә күңеленә яҡын. Мәктәпте тамамлап, йылдар үткән һайын, бәхетле һәм вайымһыҙ бала саҡ ауазы итеп һаҡлай уны кеше хәтере. Шул ауаз менән бергә бик ҡәҙерле, яҡын һын хәтерҙән юйылмай. Ул – уҡытыусы.

         Ҡыңғырау яңғырап, береһенән-береһе һөйкөмлөрәк балалар алдына инеп баҫҡан уҡытыусы үҙенә ниндәй оло яуаплылыҡ алғанын аңлай. Күҙҙәрендә шаян осҡондарын яндырып, уҡытыусыға ҡыҙыҡһынып та, һынап та баҡҡан балаларҙың ышанысы, өмөтө аҡланырмы? Ана, теге парта артында күңелһеҙ генә ултырған, моңһоу күҙҙәрен йәшергән ҡыҙыҡайҙы йыуатып, уның күҙҙәрендә нисек осҡон ҡабыҙырға?

         Уҡыусылар мәктәп тип аталған оло тормош карабына ултырғандар ҙа киң диңгеҙгә сыҡҡандар. Улар яҡлауға ла, һаҡлауға ла мохтаж. Уҡытыусы – маяҡ.

         Мәктәп, уҡытыусы, уҡыусы тураһында уйлаһам, һәр саҡ яратҡан остазым, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Марат ағай Муллағолов иҫкә төшә. Дәрестәре ҡабатланмаҫ һәм ҡыҙыҡлы булғанғалыр, ул минең өсөн мөғжизәле һандыҡ эйәһе кеүек ине. Һәр уҡыусыһының күңелендә туған телгә, әҙәбиәткә, тәбиғәткә, кешеләргә, хеҙмәткә һөйөү, ихтирам хистәре уятты. Бөйөк урыҫ яҙыусыһы А.П. Чеховтың һүҙҙәрен тәү тапҡыр унан ишеттек:   “Кешелә бөтәһе лә матур булырға тейеш: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйҙары ла”. Марат Ғизетдин улы ошо һүҙҙәрҙе уҡыусыларының да күңеленә һеңдерҙе, Кеше тигән бөйөк исемгә лайыҡ булырға өндәне.

Уның ярҙамында тирә-йүнде лә танып белдем: иртәнге ысыҡтың сафлығын, елдең шыбырлағанын, япраҡтар һәм ҡоштар серләшкәнен, тәбиғәттең дә йәнле булыуын аңланым. Туған телемдең иҫ китмәле бай булыуына, халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларының ынйылай ҡиммәт булыуына инандым.

Бөгөнгөләй хәтеремдә: уҡытыусым беҙҙе гүзәл Ағиҙелебеҙ буйлап һалда сәйәхәткә алып сыҡты. Күрше Тимер ауылы ҡыҙы Фроза менән икебеҙҙе һал башына ҡуйҙы ла, ҡулыбыҙға ишкәк тотторҙо. Тәүге тапҡыр һалда. Ҡайһы саҡта тәрән уйсанланып, ҡай ерендә йәш тайҙай юрғалап, бормаланып аҡҡан Ағиҙел беҙҙе ныҡ һынаны. Шул саҡта яныбыҙҙа уҡытыусыбыҙ булмаһа, беҙҙең һалыбыҙ тирелгән дә булыр ине. Әммә Марат ағай һалды ҡасан уңға, йә һулға борорға, ҡасан төрлө зөмбәйҙәрҙе урап үтергә алдан иҫкәртә килде. Шүлгәнгә килеп еткәндә, беҙ инде оҫта һал башлаусылар инек.

Тағы ла бер хәтирә: тәбиғәт ҡосағында үткәрелгән башҡорт теле дәресендә уҡытыусыбыҙ шиғыр яҙырға өйрәтә. Мин ҡояш нурҙарында иркәләнеп, йылҡылдап аҡҡан Ағиҙел ярында ултырам. Шиғыр яҙыуға ҡарағанда, Ағиҙелдең шаян тулҡындары менән уйнап һыу ингем килә. Шул саҡ яр буйында ятҡан таштарға күҙем төштө. Береһе күҙ яуын алып йымылдай бит. Уны ҡулыма алдым. Алтынһыу һары төҫтәге бәләкәй генә таштың ҡояшта ялтырап уйнауына һоҡланып туйып булмай. Шул мәлдән мин, геологтар кеүек, төрлө таштар йыйыу менән ҡыҙыҡһына башланым.

Бөгөн дә мин аҫыл таштар йыям. Улар – минең уҡыусыларым. Ҡояш нурҙары аҫтында төрлө төҫтәр биреп йымылдаған бәләкәй генә таштарға ҡарап нисек һоҡланам, уҡыусыларымдың да уңыш-балҡыштарын күреп ҡыуанам. Яр буйында ятҡан һәр бер таштың үҙенсә матурлығы бар. Ул салт ҡояштың сағыу нурҙары аҫтында тағы ла күркәмерәк күренә. Уҡыусыларҙың да аҫыл сифаттарын изгелек, һөйөү нурҙары ярҙамында  балҡытырға мөмкин.

Шуға ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы образын мин Марат Ғизетдин улы  үрнәгендә күрәм: баҙыҡ һәм ышаныслы, яғымлы һәм наҙлы  тауышлы, күҙҙәрендә һәр саҡ яҡты нурҙар балҡытҡан, туған теленә, халҡына булған һөйөүен бала күңеленә йомарт өләшкән, мәктәп тормошонда уҡыусыларға белем һәм тәрбиә эшендә иң алдан атлаған, замандың төрлө ел-дауылдарына бирешмәгән, үҙ һөнәренән йәм һәм тәм табып эшләгән мөғәллим ул – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

         Ошондай матур сифаттары менән арбаны был һөнәр. Мин үҙемдең уҡытыусым кеүек булырға тейешмен. Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда туған телемә булған һөйөүем тағы ла нығыраҡ артты. Әҙәбиәт ғилемендә, фольклористикала, ижад донъяһында ҙур урын алған хөрмәтле остаздарым – Ғиниәт Ҡунафин, Мирас Иҙелбаев, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Әхмәт Сөләймәнов, Роберт Байымов, Фәнил Күзбәков һәм башҡалар халҡыбыҙҙың рухи байлығын күңелебеҙгә һеңдерҙе, әҙәбиәткә, телгә фән күҙлегенән ҡарау ҙа бик мауыҡтырғыс икәнлеген аңлатты. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамланым. Хеҙмәт юлымда урта профессиональ уҡыу йортонда ла, юғары уҡыу йортонда ла тәжрибә тупланым. Филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафин етәкселегендә «Хәҙерге башҡорт драмаһының стиль үҙенсәлектәре» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым.

Бөгөн мин  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Туған телебеҙҙе уҡытыу мәсьәләһе  заман талаптарын да, халҡыбыҙҙың меңәр йылдар буйына туплаған тәрбиәүи эш тәжрибәһен – халыҡ педагогикаһы талаптарын да үтәү менән бәйле. Туған телде уҡытыуҙың сифатын үҫтерергә, өмөт һәм ышаныс, дәрт һәм ҡыуаныс менән эшләргә лә эшләргә кәрәк. Бөйөк Бабич әйткәнсә: «Йөк ауыр, юл болғауыр булһа ла, милләт, әйҙәле, Алда рәхәт ҡәҙерен белмәккә михнәт файҙалы». Был юҫыҡта беҙгә заман технологияларын да эшкә егеү кәрәк. Интернет селтәрендә башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса күп эштәр башҡарырға мөмкин. Мәктәп һәм уҡытыусы сайты, балаларҙың белемдәрен контролләү өсөн төҙөлгән сайттар, төрлө ҡыҙыҡһыныуҙар нигеҙендә формалашҡан төркөмдәр, электрон китапхана, электрон көндәлек, википедия, скайп кеүек заман күренештәре уңайлы. Уларҙы урынлы һәм дөрөҫ файҙаланыу дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле итергә ярҙам итә. Иң мөһиме: заман – һиңә, һин – заманға файҙа килтер.

         Көн дә иртән эшкә килгәндә, Ағиҙел йылғаһы аша үтәм. Уҡытыусым өйрәткәнсә, уның менән һаулыҡ һорашам, уға рәхмәт әйтәм. Әл дә, Ағиҙелем, һин бар. Һин бит уҡытыусым менән бергә мине һынап ҡараның, юлда кәртәләргә бирешмәҫкә, дөрөҫ юл һайларға өйрәттең. Әгәр һеҙ булмаһағыҙ, бәлки, геолог булып китер инем. Мин тәбиғәтте, тауҙарҙы, төрлө-төрлө аҫыл таштарҙы яратам. Ә шулай ҙа, донъяла иң ғәзизе – ул туған ер, халыҡ. Иң татлыһы – туған тел. Һәм мин шул изге төшөнсәләрҙе балалар күңеленә һеңдереүсе булыуым менән – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булыуым  менән –  бәхетлемен.

         Һәр дәрескә ингәндә, балаларҙың өмөтөн, ышанысын аҡларға тырышам. Сөнки йәнәшәмдә уҡытыусым баҫып тора төҫлө. Уҡытыусым –  рухи маяғым.

         Бына тағы көмөш ҡыңғырау сыңланы. Мин дәрескә, яратҡан уҡыусыларым янына, ашығам.

 

         Рәғиҙә Истәкова,

Бөрйән районы Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү

мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

bottom of page