top of page

                                                Ата-әсәләргә психолог кәңәштәре

Балалары дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡыған ата-әсәләр өсөн практик кәңәштәр.

  • Баланың үҙенсәлекле яҡтары әле үк бар, уларҙы күрә белергә кәрәк.

  • Маҡтау һүҙҙәрен йәлләмә. Башҡарыусыны маҡта, башҡарылған эште генә тәнҡитлә.

  • Баланың алдына ул атҡара алырлыҡ маҡсаттар ҡуйығыҙ.

  • Тыйыуҙарға ҡарағанда, рөхсәт итеүҙәр балаларҙы яҡшыраҡ өйрәтә.

  • Бала үҙен ни өсөн шелтәләгәнде белергә, аңларға тейеш.

  • Һәр бала - насар өлгәшәме ул, әллә яҡшы уҡыймы, хәрәкәтсәнме, әллә яймы, спортсымы ул, әллә түгелме - яратыу һәм ихтирамға лайыҡ, ул булыуы менән ҡәҙерле.

  • Талапсанлыҡты арттырыу аҙ ғына булһа ла маҡтау һүҙҙәренән башланырға тейеш.

  • Онотмағыҙ, бала тик етешһеҙлектәрҙән, уңышһыҙлыҡтарҙан ғына тормай.

  • Үҙегеҙгә инанырға кәрәк – күп осраҡта тәнҡит, талапсанлыҡ, тыйыуҙар һис кенә лә кәрәкмәй!

                                                  Ата-әсәләргә кәңәштәр

  • Балаға бәләкәй генә асыштар эшләргә мөмкинлектәр бирегеҙ.

  • Эмоциональ ҡәнәғәтлек ни тиклем юғары булған һайын, белем алыуҙа уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге шул тиклем үк юғары.

  • Балаларҙың яңылышыуҙарынан ҡурҡмағыҙ. Бала хатаһы – ул табыш.

  • Онотмағыҙ, бер хата икенсе фекерҙе тыуҙыра.

  • Нимәнелер аңламаған кеүек ҡыланыуҙан ҡурҡмағыҙ – ныҡлы нигеҙ табыу шарт.

  • Онотмағыҙ, баланы яратып еткермәү һәм уны түбән баһалау уҡыу барышындағы уңышһыҙлыҡтарға килтереүе ихтимал.

  • Балаға үҙе аңлай, төшөнә алырҙай нәмәләрҙе тылҡымағыҙ.

  • Балаларҙы яратығыҙ һәм һөйөүегеҙҙе күрһәтеүҙән тартынмағыҙ.

bottom of page